8 декабрь, Кесе йома

01 сентябрь 2011 йыл, 11:42

Рөстәм Хәмитов «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте продукцияһы менән танышты

автор: Любовь Колоколова | фото: Олег Яровиков

Шаршамбы, 31 августа, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды. Был ярҙамсы авиация, шулай уҡ һауа караптары двигателдәрен сығарған берҙән бер предприятие.

Республика башлығы бер нисә етештереү цехында булды һәм предприятиела сығарылған сәнәғәт изделиелары өлгөләрен ҡараны. Ярҙамсы авиация газ турбинаһы двигателдәрен йыйыу цехында Рөстәм Хәмитов энергия биреү ҡоролмаларын етештереү технологияһы менән танышты, улар предприятиеның дөйөм тауар продукцияһының 43,5 процентын тәшкил итә.

«Гидравлика» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Виктор Новиков һүҙҙәре буйынса, һуңғы йылдарҙа ярҙамсы двигателдәр һатыу күләменең түбәнәйеүе күҙәтелә. Был тенденция эске һауа юлдарында илдең осоу паркының ғәмәлдәге бер өлөшөн сит ил авиация техникаһы менән алмаштырыуға бәйле. Иҡтисади эшмәкәрлектең үҙаллы йүнәлеше булараҡ етештереү линияһын һаҡлап ҡалыу өсөн предприятиела алдағы ике йылда яңы типтағы агрегаттар сығарыу планлаштырыла.

Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов бәләкәй энергиялы ҡоролмалар эшләү участкаһы эше менән танышты. «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте үҙе уйлап тапҡан был ҡоролмалар потенциаль Рәсәй ҡулланыусыларының ҡыҙыҡһыныуын уята. Проектҡа һалынған инвестицияларҙың дөйөм күләме 400 миллион һум тәшкил итә.

Предприятие етәкселәре менән ҡыҫҡа кәңәшмәнән һуң республика Президенты завод музейында булды, унда ул «Гидравлика»ның 70 йылдан ашыу тарихы дауамында йыйылған экспонаттары менән танышты. Осрашыу аҙағында Рөстәм Хәмитов предприятиеға өс миллиардлыҡ етештереү күләменә ирешеүҙәрен теләне. Журналистар һорауҙарына яуап биреп, Виктор Новиков бының өлгәшә алырлыҡ маҡсат булыуын билдәләне. Уға ике йыл эсендә ирешеп була.

Предприятиены техник йәһәттән яңынан йыһазландырыуға килгәндә, һуңғы ике йыл эсендә производствоны модернизациялауға 726 миллион һум аҡса тотонолған. 2012 йылда йәнә 150 миллион һум самаһы көтөлә, дөйөм алғанда 2012 йылға тиклем предприятиены техник йәһәттән яңынан йыһазландырыуға 2 миллиард һум самаһы аҡса тотоноласаҡ. Был «Гидравлика» цехтарында булған заманса ҡоролмаларға өҫтәмә рәүештә яңы станоктар алыныуын аңлата. Улар ярҙамында конкурентлыҡҡа һәләтле бөтә төр изделиелар етештереләсәк.

Өҫтәп әйтергә кәрәк, «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте «Ростехнологии» дәүләт корпорацияһы ҡарамағында иҫәпләнә һәм «Авиационное оборудование» концерны» асыҡ акционерҙар йәмғиәте составына инә.