6 декабрь, Шишәмбе

01 сентябрь 2011 йыл, 10:06

Рөстәм Хәмитов педагогтарҙы, уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе Белем көнө менән ҡотланы

автор: «Башинформ»

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов педагогтарҙы, уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе Белем көнө һәм яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотланы.

— Тәүге ҡыңғырау һәр быуын өсөн дә тулҡынландырғыс мәл. Балаларға ул – мәктәп һәм класташтар менән осрашыу, өлкәндәргә йәшлек ваҡыты һәм дуҫтары тураһында матур хәтирәләр бүләк итә. Был беҙҙең уртаҡ байрам, сөнки һәр эштең, һәр һөнәрҙең нигеҙендә тәрән һәм төплө белем ята. Һәр беренсе сентябрь — ул мәғариф өлкәһендәге мөһим һәм ҡатмарлы эштең яңы этабы. Бөгөн был өлкәгә етди инвестициялар һалына, һәм беҙ сифатлы һөҙөмтәләргә, өлкәләге уйланылған реформаларға иҫәп тоторға хаҡлыбыҙ. Шул уҡ ваҡытта яңырыу артынан ҡыуып, Рәсәй мәғарифының әлегә тиклем һәм бөгөнгө көндә лә иң яҡшыларҙан булып башҡарған эшен юғалтмау мөһим. Педагог белеме, тәжрибәһе һәм профессионализмы – ул Башҡортостандың, бөтә Рәсәйҙең сәскә атыу нигеҙе. Беҙ был хаҡта һәр ваҡыт иҫләргә тейеш. Белем биреү өлкәһендә эшләүселәрҙең мәнфәғәттәрен бергәләп яҡлау зарур. Мәғарифтың һәр ваҡыт төп өҫтөнлөктәр иҫәбендә булыуына беҙ бергәләп ирешергә тейешбеҙ. Ә уҡытыусылар һөнәре үҙенең юғары ижтимағи дәрәжәһен, лайыҡлы эш хаҡын хаҡлы рәүештә яулай килә, — тиелә республика башлығы ҡотлауында.

Президент яңы уҡыу йылында уҡытыусыларға – «ижади көстәр, сабырлыҡ һәм аҡыллы ҡарарҙар, ә уҡыусыларға һәм студенттарға тоғро дуҫтар, үҙҙәренең һәм республикабыҙ киләсәге хаҡына уҡыуҙарында ныҡышмалылыҡ һәм тырышлыҡ теләне. Барығыҙға ла уңыштар, изгелек һәм именлек теләйем!»