11 декабрь, Йәкшәмбе

31 август 2011 йыл, 18:09

Башҡортостанда төп капиталға инвестициялар һалыу темпының планкаһы билдәләнде – 103,5%

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республиканың 2011 йылдың тәүге ярты йыллығына социаль-иҡтисади үҫеше йомғаҡтары бөгөн, 31 августа, Хөкүмәт Президиумы ултырышында ҡаралды. Ултырышты Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы.

Беренсе ярты йыллыҡ — өҫтөнлөклө бурыстарҙың тормошҡа ашырылыу кимәлен баһалау өсөн ярайһы уҡ етерлек ваҡыт.

Республиканың иҡтисад һәм социаль өлкәләренең бөгөнгө хәле хаҡында Башҡортосан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Әнүәр Мәхмүтов һөйләне.

Вице-премьер республикала әле булһа иҡтисади көрсөк эҙемтәләренең сағылыуын әйтте. Улар 2010 йылғы ҡоролоҡ менән тағы ла көсәйтелде.

— Дөйөм алғанда иҡтисади үҫештең төп индикаторы – тулайым төбәк продукты буйынса беренсе ярты йыллыҡ эсендә республика 104 процентлыҡ үҫеү темпына өлгәште. Был уртаса Рәсәй кимәленә тап килә, — тип хәлгә анализ яһаны Әнүәр Мәхмүтов. – Иҡтисади эшмәкәрлектең барлыҡ төрҙәре буйынса ойошмалар әйләнеше 1,2 триллион һумдан ашты. Экономистар сәнәғәт производствоһында әүҙемлектең артыуын билдәләй. Уларҙың темптары уртаса Рәсәй күрһәткестәренән һәм Волга буйы федераль округы кимәленән аша.

Беренсе ярты йыллыҡҡа сәнәғәт производствоһы индексы 109,7 процент тәшкил итте. Ете ай һөҙөмтәләре буйынса былтырғы йылдың тейешле кимәленә дүрт төр эшмәкәрлектә генә өлгәшенмәгән.

Әнүәр Мәхмүтов иҡтисади үҫештең төп факторҙары, инновацион эшмәкәрлек үҫеше хаҡында ентекле һөйләне.

Хөкүмәт Президиумы ултырышында беренсе ярты йыллыҡта тормошҡа ашырылған бер нисә инвестицион проект хаҡында әйтелде.

Әнүәр Мәхмүтов эре һәм уртаса предприятиелар кеременең 22,6 процентҡа артыуын билдәләне. Алты ай эсендә ул 70 миллиард һум тәшкил иткән.

Ултырышта инвестицион һәм төҙөлөш сфераларының әле насарайыу сиген үтә алмауы хаҡында билдәләнде. Был иҡтисади үҫеш темптарын ғына түгел, өҫтөнлөклө социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе лә тотҡарлай. Шуға күрә республикала инвесторҙар йәлеп итеү өсөн уңайлы шарттар булдырыла.

Әнүәр Мәхмүтов республикала социаль-иҡтисади үҫештең алдан фаразланған күрһәткестәре хаҡында ла әйтте. Уларға ярашлы, 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса тулайым төбәк продуктының үҫеш темпы 107,5 процент тәшкил итергә тейеш. Уртаса айлыҡ эш хаҡы 2011 йылға 13 процентҡа артырға тейеш.