Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Иртәгә Өфөлә сәнәғәт предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк

Иҡтисад

Иртәгә, 1 сентябрҙә, Өфөнөң сәнәғәт предприятиелары 400-гә яҡын вакансия тәҡдим итәсәк. Вакансиялар йәрминкәһендә баш ҡала сәнәғәтенең 25-ләгән эре предприятиеһы ҡатнашасаҡ. Улар араһында Өфө моторҙар эшләү берекмәһе, Өфө приборҙар эшләү берекмәһе, «Магнетрон» һәм Өфө тепловоздар ремонтлау заводы бар.

— Йәрминкәлә билдәләнгән вакансияларҙың күбеһе, беҙҙең сәнәғәткә кәрәклеһе, – эшсе һөнәрҙәре. Мәҫәлән, гальваниктар, радиомеханиктар, слесарҙар, токарҙар, штамповкалаусылар, иретеп йәбештереүселәр, шымартыусылар һәм фрезеровщиктар талап ителә. Эш биреүселәр менән тәҡдим ителгән хеҙмәт хаҡының кимәле алты меңдән егерме меңгә тиклем. Инженер-техник эшселәр вакансияларына килгәндә иһә, иртәгә үтәсәк йәрминкәлә улар ҙа күрһәтеләсәк, уларҙың эш хаҡы яҡынса 10-15 мең һум тәшкил итә, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфө Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең эш биреүселәр менән бәйләнештәр бүлеге инспекторы Рамилә Лушникова.

Сәнәғәт предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһе Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса Өфө хеҙмәт биржаһы бинаһында иртәнге сәғәт 10-да башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть