3 декабрь, Шәмбе

31 август 2011 йыл, 17:16

Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында тәҡдим ителгән уртаса хаҡ квадрат метрына 47 мең һумдан ашты

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Уҙған аҙнала Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында тәҡдим ителгән уртаса хаҡ тағы 0,3 процентҡа артып, квадрат метрына 47,01 һум тәшкил итте.    

Бер һәм ике бүлмәле фатирҙар сегментында хаҡтар 0,4 процентҡа күтәрелде. Өс бүлмәлеләр – 0,1 процентҡа, күп бүлмәле фатирҙар 0,2 процентҡа ҡыйбатланды.

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанова мәғлүмәтенә ярашлы, әлеге мәлдә иң арзан бер бүлмәле фатир ҡалала 900 мең һумға тәҡдим ителә. Ул Ферин урамындағы йортта урынлашҡан, майҙаны — 38 кв. метр. Иң ҡыйбат фатир 20 миллион һумға һатыла. Дөйөм майҙаны 202,4 кв. метрлыҡ был биш бүлмәле фатир Достоевский урамында урынлашҡан.

Иң арзан бүлмәне Борисоглебский урамынан 550 мең һумға алырға мөмкин. Уның майҙаны — 13 кв. метр. Иң ҡыйбат бүлмәнең хаҡы (26,2 кв. метр) — 1330 мең һум. Ул Пархоменко урамындағы йортта урынлашҡан.

Һатыуға ҡуйылған иң ҡыйбат коттедж 48 миллион һумға тәҡдим ителә. Өфөнөң Дуҫлыҡ монументы районында урынлашҡан был йорттоң майҙаны 590 квадрат метрға тиң.