10 декабрь, Шәмбе

31 август 2011 йыл, 17:05

Ҡыйғы районы хакимиәте етәкселеге үҙгәрҙе

автор: "Башинформ"

31 августа Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы муниципаль район Советы ултырышы үтте, унда хакимиәт башлығы вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу һәм Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыны тәғәйенләү мәсьәләләре ҡаралды.

Совет ҡарары менән район хакимиәте башлығы вазифаһын биләгән Наил Ибраһимов, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, вазифаһынан бушатылды.

Ҡыйғы районы муниципаль район башлығы вазифаһын башҡарыуҙы Совет депутаттары Рим Риф улы Мирғәлинға йөкмәтте. Ул район Советы тарафынан конкурс һөҙөмтәләре буйынса ошо вазифаға тәғәйенләнгән кеше вазифаһына ингәнгә тиклемге осорҙа муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын  башҡарасаҡ.