Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

1 сентябрҙә Сочи Олимпиадаһына бағышланған яңы тәңкәләр әйләнешкә инәсәк

Иҡтисад

1 сентябрҙә Рәсәй банкы бер юлы өс төр иҫтәлекле тәңкәләрҙе әйләнешкә индерә. Уларҙың барыһы ла ҡиммәтле металдарҙан эшләнгән һәм Сочиҙа 2014 йылғы XXII ҡышҡы Олимпия уйындарына һәм XI ҡышҡы Паралимпия уйындарына бағышланған.

100 һум номиналдағы көмөш тәңкә «Урыҫ ҡышы» исемен алған. «Бобслей» һәм «Керлинг» исемле алтын тәңкәләр номиналы – 50 һум.

Көмөш аҡсалар тиражы – 1200 данаға тиклем, алтын аҡсалар тиражы – 20 мең данаға тиклем.

Әйләнешкә индерелгән аҡсаларҙың барыһы ла Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә законлы рәүештә ҡулланыласаҡ һәм түләүҙәрҙең бөтә төрҙәрендә лә ҡабул ителергә тейеш, тип хәбәр иттеләр РФ Үҙәк банкыһының Сит ил һәм ижтимағи бәйләнештәре департаментынан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть