8 декабрь, Кесе йома

31 август 2011 йыл, 16:22

Өфөлә яңы биҫтә төҙөлөшө буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үткәреләсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә ҡаланың Дим районына ҡараған Баланово – Яңы-Александровка биҫтәһе территорияһының бер өлөшөн планлаштырыуға арналған йәмәғәт тыңлауҙары үтәсәк. Тейешле ҡарарҙы Өфө ҡала Советы депутаттары ҡабул итте. Тыңлауҙар был биләмәлә күләмле торлаҡ төҙөлөшөн йәйелдерергә планлаштырыуҙарына бәйле үткәрелә, Өфө властары был мәсьәләлә урындағы халыҡ фекерен дә иҫәпкә алырға теләй.

— Йәмәғәт тыңлауҙарына ихтыяж күптән бар, — тип аңлатма бирә депутаттар ҡарарына ҡала Советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллин. – Бер яҡтан, ул ҡануниәт менән билдәләнгән, икенсе яҡтан, йәмәғәт тыңлауҙарын үткәреүҙе һораған граждандар мөрәжәғәттәре бар.

Депутаттар тыңлауҙарҙы 12 октябрҙә Дим районының 113-сө мәктәбендә үткәрергә ҡарар итте. Ул 18 сәғәттә башланасаҡ.

Ирек Ниғмәтуллин Дим районы башлығы Зөфәр Хәкимовҡа, үрҙә күрһәтелгән биҫтәне планлаштырыуға ҡағылған документтарҙы алдан әҙерләгеҙ, уларҙы был мәсьәлә менән ҡыҙыҡһынған һәр граждан ҡарай алырлыҡ булһын, тигән үтенесен еткерҙе.