3 декабрь, Шәмбе

31 август 2011 йыл, 15:46

Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле осоронда 110 кеше батып үлгән

автор: Әлим Фәйезов

2011 йылдың 1 ғинуарынан алып 25 авгусына тиклем Рәсәй Федерацияһында 3 411 кеше, уларҙан 251 бала һыуҙа һәләк булған.

Рәсәйҙең бөтә Рәсәй һыуҙа ҡотҡарыу йәмғиәте мәғлүмәттәре буйынса, һыу инеү миҙгеле осоронда (2011 йылдың 25 майынан 20 авгусына тиклем) илдә 2 500 кеше батып үлгән. Иң күп кеше Рәсәйҙең киләһе төбәктәрендә һәләкәткә осраған: Мәскәүҙә — 197 кеше, Татарстан Республикаһында – 232 кеше (уларҙың 122 кешеһе «Болғар» теплоходында), Түбәнге Новгород өлкәһендә — 167 кеше, Краснодар крайында – 122 кеше, Башҡортостан Республикаһында – 110 кеше.

Йыл башынан алып әлеге көнгә тиклем Рәсәйҙең бөтә Рәсәй һыуҙа ҡотҡарыу йәмғиәте илдең һыу объекттарында ике мең ярымдан ашыу рейд һәм дежурлыҡ үткәргән, һөҙөмтәлә илдең 59 төбәгендә 253 кеше ғүмере ҡотҡарылған. Бөтә Рәсәй һыуҙа ҡотҡарыу йәмғиәте баһалауы буйынса, кешеләрҙең һыуҙа һәләк булыуының беренсе һәм төп сәбәбе – ул рәсми пляждарҙың һәм һыу эргәһендә махсус ҡулайлаштырылған урындарҙың аҙ булыуы. Халыҡтың ял итеү мәҙәнилегенең түбән булыуы һәм спиртлы эсемлектәр менән мауығыуы икенсе мөһим сәбәп булып тора.

Рәсәйҙең бөтә Рәсәй һыуҙа ҡотҡарыу йәмғиәтенең Үҙәк Советы рәйесе генерал-полковник Петр Нелезин кешеләрҙең һыуҙа һәләк булыуына киләһе комментарий бирҙе: «Илдең 20-нән ашыу төбәгендә Ҡотҡарыу йәмғиәте тарафынан балалар һәм йәштәр өсөн бер-бер артлы үткәрелгән спорт һәм белем биреү программалары балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең һыуҙа һәләк булыуын булдырмауға булышлыҡ итә. Мәҫәлән, Мәскәүҙә эшләп килгән программа ярҙамында 2002 йылдан алып 2011 йылға тиклем баш ҡаланың мәктәп уҡыусылары һәм мәктәпкә тиклемге йәштәге балалар араһында һыуҙағы хәүефһеҙлек һаны дүрт тапҡырға кәмегән».