Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

РФ Үҙәк һайлау комиссияһы Думаға һайлауҙар һөҙөмтәһен 19 декабрҙән дә ҡалмайынса билдәләргә тейеш

Сәйәсәт

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау һөҙөмтәләрен 19 декабрҙән дә һуңға ҡалмайынса билдәләргә һәм 24 декабргә тиклем рәсми баҫтырып сығарырға ниәтләй,  тип хәбәр итә РИА Новости. Шаршамбылағы ултырышта РФ Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүгә әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса сараларҙың календарь планын ҡабул итте.  

Бөгөн үк РФ Юстиция министрлығы «Сәйәси партиялар тураһында»ғы законға ярашлы Думаға һайлауҙарҙа ҡатнашыуға хоҡуҡлы ете партиянан торған исемлекте баҫтырҙы. Был исемлектә «Берҙәм Рәсәй», КПРФ, ЛДПР, «Яблоко», «Рәсәй Патриоттары», «Ғәҙел Рәсәй» һәм «Хаҡ эш» күрһәтелгән. Рәсәй парламентының түбәнге палатаһына 5 проценттан кәм йыймаған партия вәкилдәре үтәсәк, ә фракция төҙөү өсөн 7 проценттан күберәк тауыш йыйырға кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Дәүләт Думаһына һайлауҙар 4 декабргә билдәләнгән.

Теги: һайлауҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть