7 декабрь, Шаршамбы

31 август 2011 йыл, 15:08

Һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау сиктәрендә Башҡортостанда үҫмерҙәр сәләмәтлеге тикшереләсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында, БР Мәғариф министрлығы һәм Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фонды менән берлектә Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сентябрь-октябрҙә республикала 14 йәшлек үҫмерҙәрҙе диспансеризациялауҙы планлаштыра.  

Үҫмерҙәрҙе артабан дауалау һәм реабилитациялауҙы күҙ уңында тотҡан тәрәнтен диспансеризациялау йәш быуындың репродуктив сәләмәтлеген һаҡлап ҡалыуҙы төп маҡсаты итеп күрә.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, һуңғы биш йылда 14 йәшкә тиклемге балалар араһында дөйөм ауырыу кимәле 3,1 процентҡа тиерлек артҡан. Дөйөм ауырыуҙар структураһында тын алыу юлдары сирҙәре беренсе урынға сыҡҡан, икенсе урында – аш һеңдереү ағзалары ауырыуҙары, өсөнсөлә – һөйәк-мускул системаһы ауырыуҙары, дүртенселә — күҙ һәм күҙ яны аппараты сирҙәре, бишенселә – нервы системаһы ауырыуҙары. Шештәрҙең, тын алыу юлдары ауырыуҙарының, йәрәхәтләнеү һәм ағыуланыу осраҡтарының артыуы билдәләнгән.