Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Рәсәй төбәктәрендә йәшәүсе балалар башҡорт мәҙәниәте менән таныша

Йәмғиәт

Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән алты төбәге – Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Свердловск өлкәләренән, Татарстан Республикаһы һәм Пермь крайынан, шулай уҡ Ҡырғыҙстандан 47 бала августа Башҡортостандың Баймаҡ районында урынлашҡан төбәк-ара мәҙәни-лингвистик лагерында ял итте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән берлектә ойошторолған лагерь «Орленок» балалар һауыҡтырыу үҙәге нигеҙендә эшләне.

Баймаҡ Йәштәр үҙәге, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн музей, күргәҙмә, республика сәнғәт оҫталары концерттарына барыуҙы үҙ эсенә алған бай программа әҙерләгән. Көн һайын тиерлек лагерҙа балаларға башҡорт халҡының йолалары һәм көнкүреше менән танышырға мөмкинлек биргән башҡорт байрамдары ойошторолдо. Йәш ял итеүселәр ҙә матур концерт әҙерләгән ине, улар үҙҙәренең ижади һәләттәрен генә түгел, туған телде һәм милли мәҙәниәтте яҡшы белеүен күрһәтте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть