11 декабрь, Йәкшәмбе

31 август 2011 йыл, 13:04

«Мир» телекомпанияһы Башҡортостан белорустары хаҡында тапшырыу төшөрҙө

автор: Евгений Рәхимҡолов

Мәскәүҙең «Мир» телерадиокомпанияһы «Башҡортостан белорустары» тигән тапшырыу төшөрҙө. Киноға төшөрөү Өфөлә һәм Иглин районында алып барылды.

Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йортонан хәбәр итеүҙәренсә, тапшырыу «Үҙебеҙҙекен һайла – үҙебеҙҙекен һатып ал!» республика акцияһы сиктәрендә Өфөнөң Спорт һарайы алдындағы майҙанда үткән Иглин һуғаны һәм балы йәрминкәһендә төшөрөлә башлаған. Съемкала «Балтика» белорус тарихи-мәҙәни үҙәге һәм «Сябры» халыҡ ансамбле ҡатнашҡан.

Бынан һуң киноға төшөрөү төркөмө Башҡортостан белорустары компактлы йәшәгән Иглин районының Балтика ауылына барып, мәктәптә белорус теле дәресен төшөргән, тарихи-мәҙәни үҙәктең музей бүлмәһен ҡараған, артабан белорус ғаиләһенә ҡунаҡҡа ингән. Унда телерадиокомпания хеҙмәткәрҙәре белорустарҙың көнкүреше менән танышып, драник кеүек милли ризыҡ әҙерләү барышын ҡараған.