Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Сентябрҙә Өфө эшҡыуарҙары өсөн бушлай консультациялар үткәреләсәк

Иҡтисад

Өфө Эшҡыуарҙар берләшмәһенең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары эшмәкәрлеге буйынса түләүһеҙ консультациялар дауам итә. Улар эшҡыуарҙарҙың мәғлүмәтлелеген күтәреү һәм юридик белемен арттырыу маҡсатында үткәрелә.

6 сентябрҙә «Һалым һалыуҙы ҡулайлаштырыу һәм бухгалтерлыҡ иҫәбен алып барыуға сығымдарҙы кәметеү» темаһына «Бизнес-партнер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары Диана Киселева кәңәштәрен бирәсәк.

13 сентябрҙә «Фонд АЯКС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директорының эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеү буйынса урынбаҫары Ирек Ильясов «Бәләкәй һәм урта бизнес менән шөғөлләнеүҙең юридик аспекттары» темаһына консультация үткәрәсәк.

27 сентябрҙә «Яңы эш асыу серҙәре» темаһына Өфө Эшҡыуарҙар берләшмәһе директоры Лариса Землянова мәғлүмәт бирәсәк.

Консультациялар 16 сәғәттән 18-гә тиклем Өфө ҡалаһы, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 48/1 адресы буйынса үткәрелә. 241-47-44 телефоны аша алдан теркәлеү мотлаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть