11 декабрь, Йәкшәмбе

31 август 2011 йыл, 11:56

Йыл башынан алып Стәрлетамаҡ бюджеты 468 млн һумға артҡан

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Ағымдағы йылдың ете айында Стәрлетамаҡ бюджеты 468 миллион һумға тулыланған. Был күрһәткес былтырғы йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 33 процентҡа күберәк. Стәрлетамаҡ бюджетына яңыра торған сығанаҡтарҙан килгән табыш 496,6 млн һумды тәшкил иткән. Шуларҙан 356,6 миллионы — ер участкалары өсөн ҡуртым түләүҙәренән, 112 миллионы торлаҡҡа ҡарамаған биналарҙы ҡуртымға биреүҙән алынған.

БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса Милек менән идара итеү комитеты мәғлүмәте буйынса, Башҡортостандың тупланма бюджетына керем быйыл 800 млн һум кимәлендә буласаҡ, тип күҙаллана. Муниципаль һәм дәүләт унитар предприятиелары табыштарынан бүлемдәр – бер миллион һумды, һатыуҙан алынған табыш 85,4 млн һумды тәшкил иткән.

Өҫтәп үтәйек, 2010 йылда комитет республиканың тупланма бюджетына милеккә идара итеүҙән һәм мөлкәт менән эш итеүҙән 660 млн һум күләмендә һалымға ҡарамаған табыш инеүен тәьмин иткән. Шуларҙан ҡала бюджетына 560 млн һум йүнәлтелгән.