4 декабрь, Йәкшәмбе

31 август 2011 йыл, 12:04

Башҡортостанда иң яҡшы умартасы һайланды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Салауат районынан Ришат Носратуллин Башҡортостандың иң яҡшы умартасыһы тип танылды. Иглин районында үткән XI Республика умартасылар конкурсында мөмкин булған 65 балдан ул 64 балл йыйҙы. Икенсе урында – Баймаҡ районынан Азат Ниәтшин (63 балл), өсөнсө урынды Миәкә районынан Миңнебай Әһлиуллин (60 балл) яуланы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бер юлы бында «Йәш умартасы» V республика конкурсы ла уҙғарылды.

БР ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл конкурста йөҙгә яҡын кеше ҡатнашҡан.

— Был республикала өлкәндәр менән бер рәттән балалар ҙа ҡатнашҡан берҙән-бер конкурс, тимәк, әлеге һөнәрҙең киләсәге бар, — тине Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Азат Йыһаншин. – Бөгөн башҡорт балы республика брендына әүерелде, һәм беҙгә был тармаҡты әүҙем үҫтерергә кәрәк.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, йәш умартасыларға өлкәндәр кимәлендәге мәсьәләләрҙе сисергә тура килде. Конкурстың барлыҡ төрҙәре буйынса Иглин районынан Дамир Мәрҙәнов иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте, икенсе урынды – Илеш районынан Лилиә Нәҙерғолова, өсөнсө урынды – Нуриман районынан Гузәл Шакирова яуланы.

Республика конкурсы үткән Иглин районында 12 меңдән ашыу бал ҡорто күсе тотола. Ләмәҙ, Оло Теләк, Красный Восход, Ауструм, Балтика, Кәлтә һәм Ҡалтыман ауыл биләмәләрендә улар күпләп тотола. Быйыл умартасылар йәмғиәте булдырылған, умарталыҡ тотоу өсөн 40 ер участкаһы бүленгән.