Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөләге 53 балалар баҡсаһында ремонт үткәрелгән

Йәмғиәт

Өфөлә быйыл 53 балалар баҡсаһында, шул иҫәптән 21 автономлы баҡсала капиталь ремонт үткәрелгән. Шулай уҡ 53 мәктәптә һәм туғыҙ өҫтәмә белем биреү учреждениеһында ла капиталь ремонт эшләнгән. Дөйөм алғанда был 115 мәғариф учреждениеһын ремонтлауға 85 миллион һум сарыф ителгән. Шундай мәғлүмәт бирҙе Өфөнөң ҡала Советы ултырышында ҡала башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов.

— Шулай уҡ 46 белем биреү учреждениеһының ҡыйығы ремонтланған, 12-һендә – электр монтажлау эштәре, 11-ендә йылытыу системаларына ремонт үткән, — тине Сынтимер Баязитов. — Йылытыу миҙгеленә әҙерлек сиктәрендә 423 мәғариф учреждениеһында йылытыу системаларына гидравлик һынау эштәре башҡарылған, был уларҙың дөйөм иҫәбенән 98 процентты тәшкил итә. Бынан тыш, әле 10 ҡала мәктәбе ашханаһында ремонт бара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть