Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

КХЛ командалары 2011 йылғы Башҡортостан Республикаһы Президенты Кубогы башланыуға әҙер

Йәмғиәт

1 — 3 сентябрҙә Өфөлә хоккей буйынса традицион «Башҡортостан Республикаһы Президенты Кубогы» үтәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, быйыл төп бүләк Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған дүрт команда араһында уйнатыласаҡ: майҙан хужалары, Гагарин Кубогын яулаған «Салауат Юлаев» командаһы, Магнитогорскиҙың «Металлург»ы, Ханты-Мансиҙан «Югра» һәм Түбәнге Каманан «Нефтетехимик».

Иң күп еңеү был турнирҙа «Салауат Юлаев» иҫәбендә  — өфөлөләр уйындарҙың төп трофейын биш тапҡыр — 2000, 2005, 2006, 2007 һәм 2010 йылдарҙағы ярыштарҙа алған.

Президент Кубогы уйындарының календары түбәндәгесә:

1 сентябрь:

15.00 «Металлург» — «Нефтехимик»

18.45 Турнирҙы асыу тантанаһы

19.00 «Салауат Юлаев» — «Югра»

2 сентябрь:

15.00 «Металлург» — «Югра»

19.00 «Салауат Юлаев» — «Нефтехимик»

3 сентябрь:

13.00 «Нефтехимик» — «Югра»

17.00 «Салауат Юлаев» — «Металлург»

Кубоктың һуңғы матчынан — «Салауат Юлаев» һәм «Металлург» араһындағы уйындан һуң наградлау һәм турнирҙы ябыу тантанаһы үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть