4 декабрь, Йәкшәмбе

29 август 2011 йыл, 17:04

20 йыл элек Өфө «Нур» татар театрына дәүләт статусы бирелә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

20 йыл элек, 1991 йылдың 29 авгусында, Өфө «Нур» татар театрына дәүләт статусы бирелә. Был Өфөнөң Дәүләт Советы Башҡарма комитеты тарафынан «Нур» татар студияһын ойоштороу идеяһын хуплауы һәм уны яҡлап сығыуынан һуң ике йыл үткәс була. «Нур» театры тәүге тапҡыр иһә 1912 йылда телгә алына. Ул ваҡытта театрҙың татар труппаһы Өфөлә Ҡазан театры актрисаһы Сәхипъямал Ғизәтуллина-Волжская тарафынан ойошторола.

Бөгөн «Нур» театры коллективы Өфөлә иң йәштәрҙән һанала. Быға ҡарамаҫтан, ул республиканың театр сәнғәтендә лайыҡлы урын биләп, тамашасылар һөйөүен яулап өлгөрә. Әлеге ваҡытта коллектив яңы миҙгелгә әҙерләнә, театр миҙгеле 28 сентябрҙә асыласаҡ. Ул көндө тамашасылар премьера – йәш автор Радик Нурлығаянов пьесаһы буйынса «Аҡ сәскәләр» постановкаһын ҡараясаҡ.