Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

8 сентябрҙә республикала ҡала һәм район башҡорттары ҡоролтайы етәкселәренең семинары үтәсәк

Сәйәсәт

8 сентябрҙә Башҡортостанда ҡала һәм район башҡорттары ҡоролтайҙары рәйестәренең семинары үтәсәк. Семинар үткәреү тураһындағы ҡарарҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡабул иткән.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Өфө янындағы ял йорто базаһында үтәсәк семинарҙа урындағы ҡоролтайҙар эшмәкәрлегенең көнүҙәк мәсьәләләре, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу буйынса уларҙың бурыстары тикшереләсәк.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының республикалағы ҡала һәм район бүлексәләренең дәүләт һәм муниципаль власть органдары менән йәштәр сәйәсәте, мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге үҙ-ара хеҙмәттәшлегенә айырым иғтибар биреләсәк.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының 9 сентябрҙә Салауат районында республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарының социаль-иҡтисади үҫешенә, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа ҡатнашыуына арналған киңәйтелгән күсмә ултырышы үтәсәк.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть