3 декабрь, Шәмбе

29 август 2011 йыл, 15:35

Башҡортостанда «Иң ҙур ҡыҫтыбый» әҙерләнәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Донъялағы иң ҙур ҡыҫтыбый Өфөлә 3 сентябрҙә үтәсәк «Һөт иле — 2011» Бөтә Рәсәй фестивалендә әҙерләнәсәк.  Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында хәбәр итте. «Аҡбуҙат»  ресторан комплексы ашнаҡсылары ҡыҫтыбыйҙы Ленин майҙанында тамашасылар – баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары контроле аҫтында әҙерләйәсәк. Ғәйәт ҙур милли ризыҡ «Рәсәй Рекордтар китабы»на инергә тейеш.

Байрам ҡунаҡтары алдында ашнаҡсылар сөсө ҡамырҙан 2 метр диаметрындағы йәймә йәйәсәк. Бының өсөн «Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслаһы» дәүләт унитар предприятиеһы оҫталары 2,5 метрҙан ашыу оҙонлоҡтағы уҡлау эшләгән.

Ҡыҫтыбый күмерҙә ҡыҙҙырылған табала бешереләсәк. Таба ҙурлығы ла иғтибарға лайыҡ — 6,25 кв.м., уны ҡыҙҙырыу өсөн 50 килограмдан ашыу күмер кәрәк буласаҡ. Эслеге – һөт һәм аҡ май ҡушылған картуф иҙмәһе. Шуныһы мөһим: ҡыҫтыбый әҙерләү өсөн Башҡортостанда етештерелгән продукттар ғына файҙаланыласаҡ.

Рекорд теркәлгәндән һуң байрамға килгән һәр кеше милли ризыҡтан ауыҙ итә аласаҡ. Әйткәндәй, ҡыҫтыбыйҙы тәмле һәм файҙалы һөт менән ашауың яҡшыраҡ.