4 декабрь, Йәкшәмбе

29 август 2011 йыл, 15:29

БашДУ нанотехнологиялар өлкәһендә эре инновацион компания менән хеҙмәттәшлек итәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт дәүләт университеты фәнни-техник өлкәлә Рәсәйҙең нанотехнологиялар өсөн ҡорамалдар етештереүсе эре компанияһы — «Нанотехнология МДТ» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр иттеләр. Хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре итеп киләһеләр билдәләнде: нанотехнология һәм наноматериалдар өлкәһендә мәғариф һәм фәнни-тикшеренеү йүнәлештәре, наноиндустрия өлкәһендә фәнни-техник һәм инновацион йүнәлештәр, берлектә фәнни-методик һәм белем биреү сараларын – семинарҙар, симпозиумдар, конференциялар ойоштороу.

Килешеүгә ҡул ҡуйыу киләһеләрҙе күҙ уңында тота: берлектә фәнни-тикшеренеү программаларҙы, технологиялар булдырыу һәм уларҙы үҙләштереү буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу, берлектә ваҡытлыса ғилми коллективтар, яңы техниканы һәм технологияларҙы үҙләштереүҙе тәьмин иткән лабораториялар булдырыу, фәнни-техник мәғлүмәт менән үҙ-ара бүлешеү, ғалим һәм белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү, стажировкалар ойоштороу.