6 декабрь, Шишәмбе

29 август 2011 йыл, 15:08

Бишбүләк районының Йылбулаҡтамаҡ ауылына яңы мәктәп кәрәк

автор: Людмила Терновая

Дөйөм Рәсәй Халыҡ фронтының «Халыҡ бюджеты» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткән муниципаль проекттарға йәмәғәт экспертизаһы конкурсында киң йәмәғәтселек иғтибарына Бишбүләк районының Йылбулаҡтамаҡ ауылында 110 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө проекты тәҡдим ителде. Проект конкурстың беренсе майҙансығында Дәүләкән ҡалаһында уҡып ишеттерелде.  

Бишбүләк районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Ғәлиев, дөйөм белем биреү мәктәбе өсөн яңы бина төҙөү мәсьәләһе ауылда киҫкен тора, тип белдерҙе. Бөгөн Йылбулаҡтамаҡ ауылындағы мәктәп 1966 йылда төҙөлгән барак тибындағы ағас йортта урынлашҡан. Тикшереү был бинаның авария хәлендә булыуын асыҡлаған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, 1 сентябрҙә яҡын тирәләге өс ауылдан 125 бала парта артына ултырасаҡ. Ауылдың үҙендә 700-ләп кеше иҫәпләнә һәм, алдағы ун йыллыҡҡа күҙаллауҙар буйынса, уҡыу йорто киләсәктә лә балаларға ҡытлыҡ кисермәйәсәк.