Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә халыҡ-ара ислам конференцияһы үтәсәк

Йәмғиәт

«XXI быуаттың мәғариф киңлегендә ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре» IV халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы Өфөлә үтәсәк. Сараны Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойоштора.

Конференция эше алты секция сиктәрендә уҙғарыласаҡ, унда ҡатнашыусылар «Исламдың фәлсәфәүи идеалдары һәм ҡиммәттәре», «Исламдың социаль идеалдары һәм ҡиммәттәре», «Исламдың ғаилә-көнкүреш ҡиммәттәре һәм балалар тәрбиәләү», «Ислам педагогикаһының хоҡуҡи идеалдары», «Фән һәм ислам», «Толерантлыҡ – гуманистик педагогика нигеҙе» темаларын тикшерәсәк.

Конференция сиктәрендә шулай уҡ «Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр» һәм «XXI быуатта йәштәр һәм дин» темаларына түңәрәк өҫтәлдәр планлаштырылған.

Конференция 22 сентябрҙә асыласаҡ.

Теги: дин,фән
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть