7 декабрь, Шаршамбы

29 август 2011 йыл, 14:42

Миәкә районындағы кинотеатрҙың йәштәр үҙәге итеп үҙгәртелеүе ихтимал

автор: Людмила Терновая

Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы кинотеатрҙы реконструкциялап, уны йәштәр үҙәге итеп үҙгәртергә теләйҙәр. Был проект Башҡортостанда Дөйөм Рәсәй Халыҡ фронтының «Халыҡ бюджеты» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткән муниципаль проекттарға йәмәғәт экспертизаһы конкурсында тәҡдим ителде. Дөйөм алғанда конкурста 160-тан ашыу муниципаль проект күрһәтелде.

Миәкә районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Зиннур Зыяҡаев уҙған быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән кинотеатр бинаһының бер нисә йыл буш тороуы хаҡында һөйләне. Шул уҡ ваҡытта ауылда Балалар ижад йорто, реабилитация үҙәге, спорт комплексы кеүек социаль әһәмиәттәге объеттар өсөн биналар етмәй.  Белгестәр фекеренсә, майҙаны 600 квадрат метрҙы тәшкил иткән кинотеатр бинаһын реконструкциялау һәм уның профилен үҙгәртеү был проблеманы хәл итергә ярҙам итәсәк. Был маҡсатҡа районға 19 миллион һум күләмендә аҡса талап ителә.