6 декабрь, Шишәмбе

29 август 2011 йыл, 14:27

Республикала БДИ буйынса юғары балл йыйған беренсе курс студенттарының уҡыуы тикшереләсәк

автор: Ольга Муртазина

Башҡортостан бөтә предметтар буйынса ла берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләренең үтә юғары булыуын тотороҡло күрһәтә, тип белдерҙе август кәңәшмәһендә Рөстәм Хәмитов. Был намыҫлы уҡыусылар өсөн юғары уҡыу йорттарына ингәндә бер кәртәгә әүерелә, тип иҫәпләй Президент. Информатика, география, тарих, химия, физика буйынса уртаса балл дөйөм Рәсәйҙекенән кәм тигәндә алты пунктҡа юғарыраҡ. Уртаса балл суммаһы буйынса Саҡмағош, Илеш, Шишмә, Балтас, Кушнаренко, Бүздәк, Йәрмәкәй райондары, Ағиҙел ҡалаһы лидерҙар иҫәбендә.

— Берҙәм дәүләт имтихандарының юғары һөҙөмтәләре беҙҙең республика юғары уҡыу йорттарына инеү балын арттыра. Һуңғы йылдарҙа ул уртаса 20 пунктҡа артҡан. Был имтихандарҙы ғәҙел рәүештә үҙҙәре тапшырған һәм шунлыҡтан кәрәкле балл йыймаған уҡыусылар юғары уҡыу йортона инә алмай ҡала тигәнде аңлата. Бындай хәл түҙерлек түгел. Мин Мәғариф министрлығына Ректорҙар советы менән берлектә юғары уҡыу йорттарында берҙәм дәүләт имтихандары буйынса юғары балл йыйған сығарылыш уҡыусыларының уҡыуын тикшереүҙе ойошторорға ҡуштым. 85-90-95 балл йыйған уҡыусыларҙың нисек уҡырын ҡараясаҡбыҙ. Аҙаҡтан тейешле анализ яһаясаҡбыҙ. Әгәр ҙә эштәр, БДИ тапшырғандағы кеүек үк, ул тиклем көйлө булмаһа, беҙ ҡәтғи ҡарарҙарға киләсәкбеҙ, шул иҫәптән кадрҙар йәһәтенән дә. Уҡыусыларҙы үтә юғары билдәләр менән тәьмин иткән кешеләрҙе вазифаларынан бушатасаҡбыҙ.

Рөстәм Хәмитов ҡайһы бер райондарҙа кире күренеш күҙәтелеүен билдәләне. Йылайыр, Ауырғазы, Мәсетле, Дыуан, Стәрлетамаҡ, Мишкә, Хәйбулла, Ҡалтасы, Бөрйән, Бөрө райондарында берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре киреһенсә түбән. Президент алда һанап үтелгән район уҡытыусыларына «был район уҡыусыларын конкурентлыҡҡа һәләтле итеү өсөн» уҡытыу сифатын күтәреүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов уҡытыусыларға республика Хөкүмәте ҡарамағында БДИ һөҙөмтәләрен тикшереү буйынса саралар комплексын әҙерләйәсәк һәм тормошҡа ашырасаҡ ведомство-ара комиссия булдырылыуы хаҡында әйтте.