9 декабрь, Йома

29 август 2011 йыл, 12:25

Рөстәм Хәмитов: Мәғариф өлкәһенә ресурстарҙы йәлләмәйбеҙ

автор: Ольга Мортазина

Республика педагогтарының август кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бер нисә проблеманы күтәрҙе, мәктәпкәсә белем биреү мәсьәләһенә иһә ул айырым туҡталды.

— Беренсе сентябрь — байрам, әлбиттә, ә байрамда проблемалар тураһында һөйләү ҡаралмаған. Әммә ҡаҙаныштар менән дә сикләнергә ярамай. Әгәр беҙ уларҙы тикшермәһәк, проблемалар үҙҙәренән-үҙҙәре юҡҡа сыҡмаясаҡ. Әллә күпме әйткәнем булды, власть тәү сиратта ғәҙел булырға тейеш. Ғәҙеллек — күп осраҡта һөҙөмтәлелектең нигеҙе. Проблемалар булыуын танығанда ғына, уларҙы хәл итергә мөмкин, — тип билдәләне Рөстәм Зәки улы. — Беҙ республиканың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына ихтыяжын әле һаман тулыһынса ҡәнәғәтләндерә алмайбыҙ. Бер нисә тиҫтә мең бала балалар баҡсаһына йөрөмәй. Эшләп килгән балалар баҡсалары артығы менән тулы. Был хәлдәрҙе яйға һалыр өсөн былтыр ҙур средстволар бүлдек. 2013 йылға балалар баҡсаларындағы урындар иҫәбен 24 меңгә арттырыу ҡаралған. 2017 йылға  -  тағы ла 18 меңдән ашыуға. Шул уҡ ваҡытта беҙ балалар баҡсаһындағы һәр урындың ҡыйбат булыуын да аңлайбыҙ. 500-ҙән алып — ә Өфөлә, әгәр бассейны булһа, майҙандары яҡшы икән — 900 мең һумға тиклем. Был бик ҙур һандар. Беҙгә 25 — 30 мең самаһы яңы урын кәрәк. Иҫәптең тиҫтәләгән миллиард һумға етеүе аңлашыла.  

Рөстәм Хәмитов, быйыл балалар баҡсалары төҙөлөшөнә ҡаҙнанан 1,5 миллиард һум самаһы аҡса бүленде, тип хәбәр итте. Киләһе йылға 2,5-3 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү планлаштырылған, һәм 2014 йылға тиклем был сумма яҡынса туғыҙ миллиард һумға етәсәк. «Мәғариф системаһы менән ярайһы тығыҙ эшләйбеҙ, республика бюджетының дүрттән бер өлөшө тиерлек уны үҫтереүгә йүнәлтелә. Был өлкәгә ресурстарҙы йәлләмәйбеҙ», — тине Башҡортостан Президенты.

— Яңы төҙөлөштән тыш, беҙ мәктәпкәсә белем биреүҙең яңы альтернатив формаларын да индерергә тейешбеҙ. Был — балалар баҡсаларында булдырылған ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән төркөмдәр у, ғаиләлә тәрбиәләү төркөмдәре, мәктәптәрҙәге мәктәпкәсә белем биреү төркөмдәре, дәүләткә ҡарамаған учреждениеларҙы үҫтереү. Әйткәндәй, әле һаман беҙҙә шәхси һәм ғаилә балалар баҡсаларына ярҙам итеү саралары ҡабул ителмәгән. Уларға ер участкалары һәм биналар биреү, финанс ярҙамы күрһәтеү механизмдары юҡ. Ә бойороҡҡа ҡул ҡуйыуыма ярты йылдан ашыу ваҡыт үтте. Шәхси балалар баҡсалары ойошторорға ынтылған кешеләр ғәйәт ҙур проблемаларға юлыға. Был эш түгел. Әгәр беҙ сабыйҙарға дәүләт ҡарамағындағы балалар баҡсаларын бирә алмайбыҙ икән, ниңә шәхси эшҡыуарҙар юлына кәртә ҡуйырға тейешбеҙ. Был проблеманы хәл итеү варианттарының береһе бит. Шуға күрә республиканың Мәғариф министрлығынан ошоға бәйле тулы мәғлүмәт биреүҙәрен һорайым. Тураһын әйтәм, мәсьәләне хәл итеүҙе һуҙыуҙа ғәйеплеләрҙе язаһыҙ ҡалдырмаясаҡмын. Һыҙыҡ өҫтөнә алам, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына бәйле хәлдәрҙе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте даими контролдә тотасаҡ, — тине  Рөстәм Хәмитов.