9 декабрь, Йома

29 август 2011 йыл, 12:29

Рөстәм Хәмитов: Республикала туған телдәрҙе уҡытыу методикаһын үҙгәртергә кәрәк

автор: Ольга Муртазина | фото: Олег Яровиков

Туған телдәрҙе өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу һөҙөмтәһеҙ уҡыу программаһы арҡылы кәмей. Бындай фекерҙе Өфөлә республика август кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов әйтеп ишеттерҙе.

— Хәл бик үк матур түгел, әлбиттә. Әммә уны сәйәсиләштерергә кәрәкмәй, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Зәки улы. – Ысын сәбәбе бында, минең уйлауымса, милли мәсьәләгә бер нисек тә бәйле түгел. Ҡасандыр 15-20 йыл элек әҙерләнгән һәм әле лә ҡулланылған тел программалары күңелһеҙ һәм ҡыҙыҡлы түгел. Инглиз, француз, немец телдәре икенсе төрлө, сағыу, уйын формаһында уҡытыла. Бөгөн телдәрҙе элеккесә уҡытыуҙы дауам итеү, тимәк, уларҙы күрәләтә конкурентлыҡҡа һәләтһеҙ  итеү тигәнде аңлата, әле нәҡ ошо хәл күҙәтелә лә инде. Беҙгә билдәле булған туған телдәргә ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо үҙ телеңдән ҡәнәғәт булмау түгел ул. Был күпселек йәһәттән уларҙың нисек өйрәтелеүенән ҡәнәғәт булмау. Мин үҙем дә балаларымдың йәки ейәндәремдең дәреслектән дәфтәрҙәренә текст күсереү менән мәшғүл булыуҙарына ҡаршы булыр инем.

Башҡортостан Президенты был хәлдә уҡытыусыларҙы ғәйепләмәүен билдәләне, сөнки улар методик күрһәтмәләргә ярашлы эш итә.

— Мин үҙебеҙҙең педагог-ғалимдарға, методистарға мөрәжәғәт итәм. Ниҙер эшләргә кәрәк, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Донъя үҙгәрә, методикаларҙы, дәреслектәрҙе лә үҙгәртеү зарур, юғиһә һөҙөмтә булмаясаҡ. Беҙгә киләһеләрҙе белеү зарур: бала, мәктәптән сыҡҡанында, кәм тигәндә туған телендә аралашырға һәм күп тигәндә телде яҡшы белергә тейеш.

Рөстәм Хәмитов БР Хөкүмәтенең гуманитар блогына Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә туған телдәрҙе өйрәнеү мәсьәләләре буйынса республика махсус үҙәген булдырырға ҡушты. Мәғариф министры Әлфис Ғаязов профилле белем алыуға күсеү сәбәпле 10-11 синыф уҡыусылары туған телде үҙ теләге буйынса ғына өйрәнәсәк, тип хәбәр итте.