7 декабрь, Шаршамбы

26 август 2011 йыл, 9:35

Башҡортостанда БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының территориаль органдары булдырыла

автор: "Башинформ"

25 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының территориаль органдары тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Документ, 2012 йылдың 1 ғинуарынан республика биләмәһендә бушлай медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу буйынса вәкәләттәрҙе Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тормошҡа ашырасаҡ, тип билдәләй.

Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Указға ярашлы, Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлау министрлығының территориаль органдары ойоштороласаҡ.

Башҡортостандың муниципаль берәмектәре хакимиәттәренә 2012 йылдың 1 ғинуарынан Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Салауат ҡала хакимиәттәренең һаулыҡ һаҡлау идаралыҡтарын (бүлектәрен) бөтөрөү һәм уларҙың мөлкәтен республиканың дәүләт милкенә тапшырыу тәҡдим ителә.

Президент Указына ярашлы, республикабыҙҙың башҡа ҡалаларын һәм райондарын үҙ эсенә алған территориаль органдар ҙа булдырыласаҡ.