8 декабрь, Кесе йома

29 август 2011 йыл, 11:03

Рөстәм Хәмитов Иглин районы йәрминкәһе менән танышты

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Үҙебеҙҙекен һайла – үҙебеҙҙекен һатып ал!»  республика акцияһы сиктәрендә Өфөнөң Спорт һарайы майҙанында үткән Иглин һуғаны һәм балы тәҡдим ителгән быйылғы йылдағы беренсе ауыл хужалығы йәрминкәһендә булды. Республика башлығы бал сифатын баһаланы һәм уның ҡайҙан йыйылыуы менән ҡыҙыҡһынды. Рөстәм Хәмитовҡа Иглин районының тауар маркаһы иҫәпләнгән һуған да оҡшаны. Уның билдәләүенсә, республикаға ситтән килтерелгәне түгел, ә үҙебеҙҙең продукция кәрәк.

Президент һатыуға сығарылған һәр Иглин һуғанына «Иглин һуғаны» фирма стикерын йәбештерергә тәҡдим итте.

Республика башлығы йәрминкә хаҡтары менән дә ҡыҙыҡһынды. Уларҙың халыҡ өсөн ярайһы ҡулай булыуы асыҡланды. Бер килограмм һуған – 18-20 һумға, картуф – 20 һумға, кишер – 15-25 һумға, кәбеҫтә – 10 һумға, сөгөлдөр 15-20 һумға һатылды. Бал ҡыйбатыраҡ. Өс литрлы банкаға 1500-1800 һум бирергә тура килде.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, бындай йәрминкәләр йышыраҡ үткәрелергә тейеш.

Иглин районы быйылғы йәрминкәләрҙе башлап ебәрҙе. Һуған һәм балдан тыш, райондың ауыл хужалығы етештереүселәре ҡалаға ит, картуф, кәбеҫтә, кишер һәм сөгөлдөр ҙә алып килде. Иглин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Вил Хафизов һүҙҙәренсә, дөйөм алғанда йәрминкәгә 10 тонна самаһы бал, 20 тоннанан ашыу һуған, 5-6 тонна йәшелсә һәм 5 тонна ит килтерелгән.

Йәрминкәлә шәхси ярҙамсы хужалыҡтары булған 120 кеше һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының 30 вәкиле, шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар ҡатнашҡан.