5 декабрь, Дүшәмбе

29 август 2011 йыл, 10:44

Белем көнөндә Сипайлово биҫтәһендә яңы балалар баҡсаһы асыласаҡ

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

1 сентябрҙә Сипайлово биҫтәһендә йәшәүсе балалар өсөн 170 урынға иҫәпләнгән яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы   асыласаҡ. Йәш ғаиләләр күпләп йәшәгән биҫтә өсөн балалар баҡсаһы асылыуы – ҙур ваҡиға.

Яңы төҙөлгән бинала быйылғы август кәңәшмәһе сиктәрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов булып китте. Республика башлығы балалар баҡсаһын, уның мөмкинлектәрен ҡараны. Балаларҙы һәр яҡлап үҫтереү һәм һауыҡтырыу өсөн бында замана талаптарына яуап биргән барлыҡ шарттар ҙа булдырылған. Тәрбиәләнеүселәр өсөн музыка һәм физкультура залдары, психология һәм логопедия кабинеттары, ижади студиялар эшләйәсәк.

Рөстәм Хәмитов менән әңгәмәлә билдәләүенсә, был мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын асыу менән Сипайловолағы балалар баҡсаларына путевка алыуға сират мең ярымға тиклем ҡыҫҡарасаҡ. Әммә, Президент билдәләүенсә, балаларҙы мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәттәре менән тәьмин итеү көнүҙәк булып ҡала.

— Нигеҙҙә йәш ярымдан өс йәшкә тиклемге балалары булған ата-әсәләр сиратта тора, был – кескәйҙәр төркөмөнөң потенциаль тәрбиәләнеүселәре, — тип асыҡлыҡ индерҙе Өфө мэры Павел Качкаев. – Тап ошо төркөмдәр етмәй ҙә инде. Беҙ, әлбиттә, альтернатива тәҡдим итәбеҙ. Мәҫәлән, 1300 һум күләмендә аҡсалата компенсациялар түләйбеҙ. Уларҙы яңғыҙ әсәләр, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр ала.

Шулай уҡ ҡала башлығы балалар баҡсаһына сиратты сағылдырған рәсми статистиканың йыш ҡына арттырып күрһәтелеүен билдәләне. Бөгөнгө көндә баш ҡалала ул ысынында 12 меңгә тиң.

— Сираттарҙа тәртип булдырыу зарур, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә ысынбарлыҡты сағылдырған һандар кәрәк.

Шәхси балалар баҡсалары сираттар мәсьәләһен хәл итеүҙә йәнә бер ҡулайлы вариант була ала. Президенттың бығаса бер нисә тапҡыр билдәләүенсә, был мәсьәләлә дәүләт ярҙам итергә әҙер.

Был эштең баш ҡалала ни рәүешле ойошторолоуын Рөстәм Хәмитовҡа «Көнсығыш клубы» ғаилә реабилитациялау һәм үҫтереү үҙәге нигеҙендә эшләгән балалар баҡсаһы өлгөһөндә күрһәттеләр. Шәхси балалар баҡсаһына 45 сабый йөрөй, унда 15-шәр кешенән торған өс төркөм бар. Айлыҡ түләү – 10-15 мең. Көнөнә өс тапҡыр ашатыу, саф һауала йөрөү, төрлө күнекмәләр эшләү – барыһы ла ғәҙәти балалар баҡсаһында кеүек. Бындағы мөхит һәм шарттар мөмкин тиклем өйҙөкөнә яҡынлаштырылған.

Шәхси балалар баҡсаларын асыу тәжрибәһен бөтөн республикала таратырға кәрәк, властар был йүнәлешкә киләсәктә лә ярҙам күрһәтәсәк, тип билдәләне Президент.