8 декабрь, Кесе йома

26 август 2011 йыл, 17:55

Башҡортостанда иң яҡшы бухгалтер һайланасаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

«Бухгалтер-профессионал–2011» конкурсы Башҡортостанда көҙ көнө үтәсәк. Бәйгелә республиканың бюджет һәм коммерция предприятиеларынан бухгалтерҙар, аудиторҙар, һалым буйынса консультанттар, шулай уҡ башҡа финанс белгестәре ҡатнаша ала.

Сараны ойоштороусылар – БР Финанстар министрлығы, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы һәм «Респект» хоҡуҡ компанияһы – үҙҙәре алдында киләһе маҡсаттар ҡуя: бухгалтер хеҙмәтенең абруйын һәм ижтимағи әһәмиәтлелеген арттырыу, һөнәри оҫталыҡты һәм эш сифатын күтәреү.

Конкурс сиктәренә «Бухгалтер аҙналығы» үтәсәк, унда ҡатнашыусылар өсөн семинарҙар һәм тренингтар ҡаралған.

Конкурс финалы Рәсәйҙә 21 ноябрҙә билдәләнгән Бухгалтерҙар көнөнә ҡарата үткәреләсәк. Еңеүселәргә дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.