8 декабрь, Кесе йома

26 август 2011 йыл, 17:34

Стәрлетамаҡ районы малсылары 26 мең тоннанан ашыу һөт һауып алған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Стәрлетамаҡ районы аграрийҙары бөгөн ураҡ буйынса ғына түгел, йыл башынан алып тулайым һауым буйынса ла алдынғы урында. 26 авгусҡа ҡарата районда һөт етештереү күләмдәре 26252 тоннаға еткән. Ағымдағы йыл башынан алып был республикалағы иң юғары күрһәткес, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы мигнистрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Саҡмағош малсылары 24937 тонна һөт һауған, былтырғы кимәлдән был 1813 тоннаға күберәк. Тәүге өсәү исемлегендә һуңғылары булып Дүртөйлө районы малсылары килә. Бында йыл башынан алып һауым 21 мең тоннанан артҡан.

Республиканың биш районында бер һыйырҙан һауылған һөт буйынса өс меңлек сик үтелгән. Миҫал өсөн, Тәтешле районында һәр һыйырҙан 3522 кг һөт һауылған. Етештереүсәнлек былтырғы йыл менән сағыштырғанда 285 килограмға артҡан. Саҡмағош районы ла лидерҙар иҫәбендә, унда һәр һыйырҙан — 3474 кг, Стәрлетамаҡ районында – 3259  кг, Өфө районында – 3161 кг, Дүртөйлө районында 3048-шәр кг һөт һауыла.