6 декабрь, Шишәмбе

26 август 2011 йыл, 16:07

Рөстәм Хәмитов Өфөләге социаль объекттар төҙөлөшөн тикшерҙе

автор: "Башинформ"

26 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң Киров һәм Дим райондарындағы социаль объекттар төҙөлөшөн тикшерҙе.

Республика башлығы Башҡорт дәүләт педагогия университетының бассейны һәм ер аҫтында парковкаһы буласаҡ спорт комплексының әҙерлек кимәлен баһаланы. Объект төҙөлөшө «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Рәсәй вуздарына 500 бассейн» проекты сиктәрендә алып барыла. Комплекс ике бассейндан (ололар өсөн – 25-кә 16 метр һәм балаларға 16,4-кә 4,7 метр күләмендә), ике тренажер һәм бер уйын залынан, студенттар өсөн уҡыу аудиторияларынан, солярий һәм массаж кабинеттары булған медицина-һауыҡтырыу үҙәгенән торасаҡ. Ер аҫты паркингы ла ошонда уҡ урынлашасаҡ.

Комплекс 2011 йылдың мартында төҙөлә башлаған. Объектты сафҡа индереү яҡынса 10 октябргә планлаштырыла. Дөйөм смета хаҡы – 237 млн һум, шуларҙан 144 млн һумы үҙләштерелгән.

Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә был проект сиктәрендә ошондай 17 бассейн төҙөлә, әҙерлек кимәле буйынса Өфө бассейны әлегә беренсе урында. 2012 йылда ошондай уҡ комплексты – Башҡорт дәүләт университеты, 2013 йылда Башҡорт дәүләт аграр университеты файҙаланыуға аласаҡ, тип күҙаллана.  

Рөстәм Хәмитов биш ҡатлы бинаның бүлмәләрен, комплекстың спорт майҙансығын һәм бассейнды ҡараны. Республика башлығы, ҙур булыуына ҡарамаҫтан, объект донъя кимәлендәге ҙур ярыштар үткәреүгә яраҡлы түгел, тип билдәләне.

— Өфөлә донъя чемпионаты үткәрергә мөмкинлек бирәсәк бассейн төҙөү тураһында уйларға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.

Өфөнөң Дим районында Рөстәм Хәмитов 102-се Башҡорт гимназияһын реконструкциялау барышы менән танышты. Белем биреү учреждениеһының төп бинаһы 1952 йылда төҙөлгән. 2009 йылдың февралендә гимназия бинаның иҫкереүе һәм янғын хәүефһеҙлеге нормаларына яуап бирмәүе арҡаһында ябылған һәм уны реконструкцияларға ҡарар ителгән. Әммә асылда ул өр-яңынан төҙөлә. Реконструкция әүәлге бина өлөшөн ҡайтанан планлаштырыуҙы һәм ике ҡатлы яңы ике бина төҙөлөшөн үҙ эсенә ала. Яңы биналарҙың береһендә спортзал урынлашҡан.

Объектты реконструкциялау 2011 йылдың ғинуарында башланған. Проект буйынса ул 500 балаға иҫәпләнгән. Мәғариф учреждениеһының дөйөм майҙаны 5710 кв. метрҙы тәшкил итә. Смета хаҡы – 118,6 млн һум, бөгөнгө көндә 90 млн һум үҙләштерелгән. Бинаны 2011 йыл аҙағына тиклем сафҡа индереү планлаштырыла.

Биналарҙы тикшереү барышында гимназия өсөн билдәләнгән нормаларҙың ике спорт залын күҙ уңында тотоуы билдәләнде. Ошоға бәйле Рөстәм Хәмитов, оло спорт залын ике бәләкәйгә бүлеү яҡшы ҡарар булмаясаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Ҙур спорт залына теймәҫкә. Ә гимназияны нормаларға ярашлы хәлгә килтерер өсөн, башланғыс кластар өсөн спорт залына икенсе бина ҡарарға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.

Рөстәм Хәмитов «Дим-8» биҫтәһенең 47-се поликлиникаһында ла булды. Объект 2006 йылда төҙөлә башлаған торлаҡ йорттоң төкәтмәһе итеп эшләнгән. 2010 йылда йорт файҙаланыуға тапшырылған, шул ваҡытта уҡ төҙөүселәр поликлиниканың эске биналарын биҙәү эштәрен башлаған. Ул сменаһына 250 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән, Дим районының 60 меңдән ашыу кешеһен хеҙмәтләндерәсәк. Бында хирургия, терапия бүлексәләре һәм эндоскопия кабинеты бар.

Бөгөнгө көндә эштәрҙең төп өлөшө башҡарылған, бер аҙ биҙәкләү эштәре һәм сантехника урынлаштырға ғына ҡалған. Яҡын арала мебель килтереләсәк һәм 9,6 млн һум суммаға ҡорамалдар һатып алыуға конкурс процедуралары башланасаҡ. Объекттың смета хаҡы — 60 млн һум самаһы, әле 50 млн һумы үҙләштерелгән.

Башҡортостан Президентына хәбәр итеүҙәренсә, поликлиниканы сентябрҙә тапшырыу планлаштырыла, әммә уны сафҡа индереү этап буйынса алып барыласаҡ: башта бында участка табиптары урынлашасаҡ, ә ҡорамалдар һатып алғандан һуң – тар белгестәр. Әммә Рөстәм Хәмитовҡа был оҡшаманы.

— Халыҡ бында килеп, һәр яҡлап медицина ярҙамы ала башлағас ҡына беҙ, поликлиника сафҡа индерелгән, тип әйтә аласаҡбыҙ. Ә ҡорамалдарһыҙ поликлиника – ул «ярымфабрикат». Уны һатып алыуға ваҡыт талап ителәсәк, — тине Рөстәм Хәмитов.

Республика Президенты биналарҙың биҙәлешенә лә ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе.

— Түбәләр тигеҙ түгел, ярыҡтары бар. Шунда уҡ арзан материалдар файҙаланғаны күҙгә ташлана. Сифатлы, яҡшы эшләнгән, тигән тойғо ҡалмай. Нисектер уртаса ғына, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Ошо уҡ микрорайонда Рөстәм Хәмитов бассейны булған 200 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшөн ҡараны. Сабыйҙар өсөн унда һигеҙ төркөм ойоштороласаҡ. Балалар баҡсаһы көҙгөлөккә асылырға тейеш. Бөгөнгө көндә бина файҙаланыуға тапшырыуға әҙер тиерлек: әле һуңғы биҙәү эштәре бара, мебель, инвентарь һәм ҡорамалдар алып килергә генә ҡалған. Объекттың смета хаҡы 150 млн һум самаһы тәшкил итә, шуларҙың яҡынса 140-ы үҙләштерелгән дә инде.

Рөстәм Хәмитов мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы биналарын – уйын бүлмәһен, музыка дәрестәре залын, спорт залын һәм 14-кә 7 метр ҙурлыҡтағы бассейнды ҡарап сыҡты.

Республика Президенты бинаның үҙенсәлекле архитектураһын билдәләне, шул уҡ ваҡытта подрядсыларға эштәге етешһеҙлектәрҙе лә күрһәтте.

— Тыштан барыһы ла яҡшы, ләкин ныҡлап ҡарай башлаһаң — тегендә ҡыйыш, бында эшләп бөтөрөлмәгән. Һәйбәт проект, биналары матур, әммә сифатлы төҙөй белергә лә кәрәк. Объектты сафҡа индереү  ваҡытын кисектерергә тура килһә лә, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү мотлаҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.

темалар: БР Президенты