9 декабрь, Йома

26 август 2011 йыл, 17:01

Йәштәр театры Яңы йылға тиклем дүрт премьера күрһәтмәксе

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры алдағы миҙгелгә ҙур пландар менән аяҡ баҫа. «Башинформ» агентлығына театрҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Яңы йылға тиклем театр дүрт премьера күрһәтмәксе.

Шулай итеп, башҡорт труппаһы Мостай Кәрим пьесаһы буйынса «Ҡыҙ урлау» спектакленә репетиция үткәрә башлаған. Уны режиссер Илдар Ғиләжев әҙерләй. Башҡорт драматургияһының танылған классик әҫәре, режиссер һүҙҙәренә ҡарағанда, заманса эшкәртелеп ҡуйыласаҡ.

Рус труппаһы үҙ сиратында билдәле ирланд драматургы Мартин Макдонахтың «Инишмаан утрауындағы зәғиф» пьесаһы буйынса спектакль премьераһын тамашасы хөкөмөнә ноябрь айына сығармаҡсы. Ҡуйыусы режиссеры – Олег Пронин. Өсөнсө премьераны ла шулай уҡ рус труппаһы әҙерләй. Марк Камолетти пьесаһын ҡуйыу өҫтөндә Өфө тамашасыһының һөйөүен яулаған театрҙың билдәле актеры Андрей Шрайнер эшләй.

Дүртенсе премьера тамашасылар өсөн Яңы йыл бүләге буласаҡ. Николай Коляда пьесаһы буйынса «Морозко» әкиәтен сәхнәгә Мөсәлим Ҡолбаев әҙерләй.