10 декабрь, Шәмбе

26 август 2011 йыл, 15:20

Өфө мәктәптәре янында светофорҙар урынлаштырыласаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө мәктәптәре янында светофорҙар урынлаштырыласаҡ. Ата-әсәләр һәм мәктәп директорҙары тарафынан бер нисә тапҡыр күтәрелгән был мәсьәлә Өфөнөң ҡала Советы ултырышында ҡаралды.

Әммә светофорҙар һәр мәктәп янында ла булмаясаҡ. Уҡыу учреждениеларын депутаттар һайлап аласаҡ.

Ситуацияға ҡала башлығы Павел Качкаев комментарий бирҙе.

— Был процеста бер нисә ҡатнашыусы бар – ата-әсәләр, уҡыусылар, беҙҙең юлдар, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы, — тине ул. – Һәр мәктәп янында ла светофорҙар урынлаштырырға кәрәк, тип әйтеү ҙә дөрөҫ түгел.

Ҡала башлығының фекерен Өфөнөң ҡала Советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллин да хупланы. Ул һәр осраҡты айырым ҡарап, уларға баһа бирергә тәҡдим итте. Бының өсөн улар светофорҙар ҡуйыуҙың кәрәк булыу-булмауы хаҡында мәғлүмәт һорап, мәктәп директорҙарына һәм Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына мөрәжәғәт итте.

— Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан светофорҙар ҡуйыуҙың кәрәге юҡ, тип кенә яуап бирҙеләр, — тине Ирек Ниғмәтуллин. — Әммә беҙҙең депутаттар урындарға барып, уларҙың кәрәклеген асыҡланы.

Ирек Ниғмәтуллин мәктәптәрҙә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеүҙе тергеҙергә тәҡдим итте. Павел Качкаев та ошо фекерҙә.

— Балалар юлдарҙы зебралар аша үтһен өсөн генә лә уларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтергә кәрәк, — тип иҫәпләй ул.

Павел Качкаев һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында халыҡ күпкә тәртиплерәк, кешеләр юл аша тыйылған урындарҙан йүгереп үтмәй. Бындай хәл ниңәлер Өфө өсөн генә хас.