Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Иглин районындағы конкурста республиканың иң яҡшы умартасылары йыйылды

Йәмғиәт

Иглин районында бөгөн XI Республика умартасылар конкурсы һәм урта дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусылары араһында  «Йәш умартасы» V Республика конкурсы үтә.  

Республика умартасылар конкурсы Башҡортостанда күптән инде матур йолаға әүерелгән. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтендә әйтелеүенсә, республика ҡортсолары араһындағы тәүге һөнәри конкурс 1998 йылдың 25 авгусында Дыуан районының Мәсәғүт ауылында, «Михайловка» совхозы умарталығы нигеҙендә үткәрелгән. Умартасыларҙың район һәм республика конкурстарын да беренсе булып ошо район башлап ебәргән.

Тәжрибә уртаҡлашыу, бал ҡорттарын ҡарау технологиялары менән танышыу һәм яңылыҡтарға өйрәнеү өсөн, төбәктең иң яҡшы умартасылары йылына бер тапҡыр бер урында йыйыла. Шуныһы ҡыуаныслы: тәжрибәле умартасыларҙың мәктәп уҡыусылары араһында уҡыусылары бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть