10 декабрь, Шәмбе

26 август 2011 йыл, 14:02

Өфөлә 4000-дән ашыу эскән водитель тотолған

автор: Евгений Рәхимҡолов

Ағымдағы йылдың ете айында Өфөлә 4127 эскән водитель тотолған. Был хаҡта ҡала Советы ултырышында Өфө ҡалаһы буйынса эске эштәр идаралығы начальнигы Илгиз Садыҡов хәбәр итте.

Ҡала башлығы Павел Качкаев фекеренсә, Өфөлә ысынбарлыҡтағы иҫерек водителдәр һаны тағы ла күберәк – уртаса алғанда көнөнә 50-ләгән кеше тотола. Ә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре иғтибарына эләкмәгәндәрҙең күпме булыуын берәү ҙә аныҡ ҡына белмәйҙер.

— Был руль артындағы 50 потенциаль кеше үлтереүсе тигән һүҙ, — тип ҡылыҡһырланы иҫерек водителдәрҙе Павел Качкаев. — Ләкин уларҙың бер нисәүһе генә машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителә.

Ҡала башлығы әйтеүенсә, ҡағиҙә булараҡ, эскән водителдәр мировой судтар арҡаһында яуаплылыҡтан ҡотола, эсеп тотолғандарҙың эше башлыса уларҙа ябыла.

Павел Качкаев был хәлде йәмәғәт хөкөмөнә сығарырға тәҡдим итте.

— Мировой судтарҙа ҡаралған күп эштәрҙең ошо рәүешле тамамланыуы хаҡында мәғлүмәт бирергә кәрәк, — тип иҫәпләй ул. Руль артына ултырыуға яуапһыҙ ҡарағандарҙың һәм кеше үлтереүселәрҙең иҫәбенә мировой судтарҙың йоғонтоһо ҙур.

Уның фекерен ҡала Советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллин да хупланы. Ҡағиҙә боҙоусыларға хурлыҡ тамғаһы һалыу өсөн ул йәмәғәтселек фекерен һәм киң мәғлүмәт сараларын ҡулланырға тәҡдим итте. Иҫерек водителдәрҙең фотоһын ул гәзиттәрҙә баҫтырырға һәм совет заманында популяр булған  «хурлыҡ таҡтаһына» урынлаштырырға тәҡдим итә.