Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда запасҡа сыҡҡан хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү тәртибе ҡаралды

Сәйәсәт

Башҡортостан Хөкүмәтенең 25 августағы ҡарары менән федераль бюджет иҫәбенә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж запасҡа сыҡҡан хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе һәм уларға тиңләштерелгән граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү тәртибе раҫланды, тип хәбәр иттеләр БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Фатир менән тәьмин итеү тәртибе «Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең статусы тураһында»ғы һәм «Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең статусы тураһында»ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында һәм ҡайһы бер категориялағы граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү тураһында»ғы Федераль закондарға ярашлы әҙерләнгән, тип билдәләнә документта.

Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты дәүләт заказсыһы итеп билдәләнде, республика бюджетына федераль бюджеттан бүленгән средстволарҙы бүлеү ҙә комитетҡа йөкмәтелгән.

Урындағы үҙидара органдары торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған граждандар сифатында 2005 йылдың 1 ғинуарына тиклем иҫәпкә тороусылар исемлектәрен Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына тапшырасаҡ.

Ҡарарҙың үтәлешенә контроллек итеү Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонинға йөкмәтелгән.

Документтың тулы тексы менән БР Хөкүмәтенең сайтында танышырға була.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть