8 декабрь, Кесе йома

26 август 2011 йыл, 13:28

Йыл аҙағына тиклем бюджетниктарҙың эш хаҡы 15 процентҡа артасаҡ

автор: Әлим Фәйезов

Быйыл йыл аҙағына тиклем республиканың дәүләт һәм муниципаль учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 15 процентҡа артасаҡ. Был хаҡта БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының эш төркөмө ултырышында иғлан ителде. Ултырышта ҡатнашҡан Финанстар министрлығы, бюджет өлкәһенә ҡараған башҡа тармаҡ министрлыҡтары һәм БР Профсоюздар федерацияһы вәкилдәре ағымдағы йылдың ғинуарынан июнгә тиклем бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәленә үткәрелгән мониторинг йомғаҡтарын, шулай уҡ республикалағы дәүләт һәм муниципаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын күтәреү буйынса тармаҡ министрлыҡтары эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен тикшерҙе.

Мониторинг йомғаҡтары буйынса 2010 йыл менән сағыштырғанда 2011 йылдың ғинуар-июнендә муниципаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы айына 11 процентҡа артҡан һәм 10504 һум тәшкил иткән, дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренеке иһә 8 процентҡа күтәрелеп, 12247 һумға еткән.

Дөйөм алғанда, БР Хөкүмәте башҡарма власть органдары алдында хеҙмәт хаҡын республикала 2014 йылға 1,5 тапҡырға арттырыу бурысын ҡуйҙы, тип хәбәр иттеләр БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

темалар: эш хаҡы