Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә етем балалар өсөн «Беренсе тапҡыр – беренсе класҡа!» байрамы ойоштороласаҡ

Йәмғиәт

«Беренсе тапҡыр – беренсе класҡа!» балалар байрамы 1 сентябрҙә Өфөнөң «Искра» кинокомплексында «Етем балаларға ярҙам ит» хәйриә акцияһы сиктәрендә үтәсәк. Сарала балалар йорттарында, социаль приюттарҙа тәрбиәләнеүселәр, Өфө ғаиләләренә опекунлыҡҡа һәм тәрбиәгә алынған балалар, шулай уҡ уларҙың опекундары һәм тәрбиәселәре ҡатнашасаҡ.

«Башинформ» агентлығына байрамды ойоштороусылар — Өфө хакимиәтенең опека һәм попечителлек буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, беренсе класҡа барыусылар өсөн махсус программа әҙерләнгән, шулай уҡ бүләктәр биреү һәм фильм күрһәтеү ҡаралған.

Байрамға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, ҡала хакимиәте вәкилдәре һәм башҡа рәсми кешеләр саҡырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть