11 декабрь, Йәкшәмбе

26 август 2011 йыл, 11:01

Башҡортостанда игендең резерв фонды булдырыла

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов иген баҙарында хаҡтар төшкән осорға ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам итеү маҡсатында республика резерв иген фондын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итте. Бының өсөн Башҡортостан Республикаһы бюджеты гарантияларына 1,5 млрд һум заем средстволарын йәлеп итеү планлаштырыла.

Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Фондта гарантиялы рәүештә аграрийҙарҙан залог схемаһы буйынса һатып алынасаҡ 530 мең тоннаға яҡын быйылғы уңыш игене тупланасаҡ. Шулай итеп, республика аҙыҡ-түлек һәм фураж игененең резерв запасын булдырасаҡ. Аграрийҙар Фондҡа бойҙай, арыш, арпа һата ала. Игендең резерв фондын формалаштырыу буйынса эштәрҙе координациялау Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығына йөкмәтелгән.

«Мул иген уңышы быйыл проблемаға әүерелде – хаҡтар кинәт төшә башланы, — тине Рөстәм Хәмитов. — Игенде бындай хаҡҡа һатырға ярамай. Хужалыҡтарыбыҙға аҡса алыпһатарҙар кеҫәһенә эләкһен өсөн ярҙам күрһәтмәнек. Республика резерв иген фонды был осраҡта иген үҫтереүселәргә ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле механизмына әйләнергә тейеш. Көҙгө баҫыу эштәре тамамланған осорҙа иген һатып алыу финанс ресурстарға бәйле ҡыйынлыҡтар кисергән ауыл халҡына ҙур ярҙам буласаҡ. Иген тапшырыуҙан килгән аҡса яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алыуға, техника ремонтлауға, эш хаҡы түләүгә һәм башҡа ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереүгә китәсәк. Аграрийҙарға быйыл ужым сәсеүҙе тамамларға, һуң өлгөрөүсе култураларҙы йыйып алырға һәм ҡышҡылыҡҡа әҙерләнергә лә кәрәк бит».