8 декабрь, Кесе йома

26 август 2011 йыл, 11:45

Земфира 35 йәшлек юбилейын билдәләй

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Бөгөн үҙенең 35 йәшлек юбилейын билдәле Рәсәй йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге премияһы лауреаты Земфира Тәлғәт ҡыҙы Рамаҙанова билдәләй. Иң билдәле өфөлөнөң тыуған көнөн нисек үткәреүен журналистар әле булһа белмәй. Әммә ошо көндәрҙә «Мосфильм»дың рәсми сайтында киноконцерндың икенсе музыка студияһында Земфираның алтынсы альбомы яҙылып бөтөүе хаҡында мәғлүмәт урынлаштырылды. Уның исеме әлегә билдәле түгел.

Земфира Рамаҙанова 1976 йылдың 26 авгусында Өфөлә тарих уҡытыусыһы һәм врач ғаиләһендә донъяға килә. Бала сағынан уҡ музыка менән ҡыҙыҡһына – биш йәшенән алып музыка мәктәбенә йөрөй.

Музыка мәктәбен ул тик бишле билдәләренә генә тамамлай, әммә уның йәнә бер ҡыҙыҡһыныуы була – баскетбол. Бында ла ул уңыштар ҡаҙана – Рәсәйҙең баскетбол буйынса ҡыҙҙар йыйылма командаһы капитаны итеп тәғәйенләнә. Мәктәпте тамамлағандан һуң ҡыҙға музыка менән спорт араһында һайларға тура килә. Музыканы һайлап, Земфира Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә.

90-сы йылдар уртаһында ул Өфөлә «Европа Плюс» радиостанцияһында эшләй һәм шул ваҡытта тәүге йырҙарын яҙа башлай. Шулай итеп төркөм дә барлыҡҡа килә. Оҙаҡламай команда демо-кассета яҙа, һәм Земфира Мәскәүгә юл тота. Күпселек музыкаль бизнес эшмәкәрҙәре төркөм менән эшләргә теләмәй, әммә «Мумий Тролль» продюсеры альбом яҙырға була. 1999 йылдың ҡышында «Земфира» альбомының тәүге йырҙары радионан яңғырай башлай, май айына пластинка ла сыға. Сентябрҙә төркөм концерт турына сыға.

2000 йылдың мартында Земфираның «Прости меня моя любовь» исемле икенсе альбомы донъя күрә. Йырсы «йондоҙ» булараҡ танылыу таба. 2000 йылдың 1 апрелендә Земфира «Олимпийский» спорт комплексында сығыш яһай.