8 декабрь, Кесе йома

26 август 2011 йыл, 10:10

Өфөлә тәүге ауыл хужалығы йәрминкәһе көтөлә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Быйылғы беренсе ауыл хужалығы йәрминкәһе «Иглин һуғаны» һәм «Иглин балы» исеме аҫтында Өфөлә Спорт һарайы алдындағы майҙанда шәмбе, 27 августа үтәсәк. Иглин районы ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре һәм баш ҡала хакимиәте уның инициаторҙары булып сығыш яһаны.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бал һәм һуғандан тыш, өфөләргә сусҡа һәм һыйыр ите, ҡуй һарығы ите, шулай уҡ йәшелсәләр – картуф, кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр тәҡдим ителәсәк. Баш ҡалаға йөҙҙән ашыу ылау килеүе көтөлә.

Йәрминкә дауамында йәмәғәт туҡланыу пункттары эшләйәсәк. Бынан тыш, концерт программаһы ла әҙерләнә.

Йәрминкә 16 сәғәттә ябыла.