4 декабрь, Йәкшәмбе

26 август 2011 йыл, 9:57

Дүртөйлө районының ике хужалығы ураҡты тамамланы

автор: Любовь Колоколова

Дүртөйлө районының ике хужалығында — «Шишмә» тоҡомсолоҡ заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә һәм «Танып» муниципаль унитар предприятиеһында — иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын урып йыйыуҙы тамамланылар, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.  

«Шишмә» тоҡомсолоҡ заводы — районда уңыш буйынса алдынғыларҙың береһе. Бында гектарынан 39 центнер самаһы иген алынған. Дөйөм сәсеүлек майҙаны – 1400 га. Ярайһы ныҡ матди-техник база хужалыҡҡа ураҡ эштәрен сифатлы һәм тиҙ арала үткәрергә мөмкинлек биргән. Хужалыҡ баҫыуҙарында «Нива» һәм «Дон» маркаһындағы үҙҙәренең биш комбайны эшләгән.

Район буйынса дөйөм алғанда, ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуға субсидиялар һәм дәүләт ярҙамы арҡаһында, ураҡ комбайндары паркы әле ете яңы машинаға тулыланған. 25 авгусҡа ҡарата район аграрийҙары менән сәсеүлек майҙандарының 68 процентында ашлыҡ урып һуғылған. Игендең уртаса уңышы республикалағына ҡарағанда юғарыраҡ — гектарынан 28,6 центнер. 65,8 мең тонна иген бураларға һалынған.