8 декабрь, Кесе йома

26 август 2011 йыл, 9:58

Өфөлә туннель төҙөү планлаштырыла

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө үҙәгендә Достоевский урамынан Ибрагимов бульварына тиклем һуҙыласаҡ тоннель төҙөү планлаштырыла. Был Цюрупа урамында транспорт хәрәкәтен көйләү өсөн эшләнә. Был хаҡта мэрияла үткән матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө баш идаралығының начальнигы урынбаҫары Галина Чиглинцева хәбәр итте.

— Туннель төҙөлөшөн планлаштырыу проекты ҡаралған һәм раҫланған, — тине ул.

Шул уҡ планлаштырыу проектында Октябрҙең 50 йыллығы урамынан Революция урамына табан юл үткәргес төҙөү ҡаралған. Галина Чиглинцева һүҙҙәренә ҡарағанда, әле Өфөлә барған төҙөлөш эштәрен иҫәптә тотоп, ике объект та техник яҡтан тормошҡа ашырырлыҡ. Әлегә финанслау мәсьәләһе генә килеп тыуа, был проекттарҙы тормошҡа ашырыу сроктары ла ошо мәсьәләгә бәйле.