Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөнөң вакансиялар йәрминкәһендә ашнаҡсылар һәм кондитерҙар иң кәрәклеһе тип табылды

Иҡтисад

Өфөлә күмәртә һәм ваҡлап һатыу сауҙаһы, дөйөм туҡланыу, шулай уҡ ҡунаҡхана һәм ресторан бизнесы предприятиелары өсөн үткәрелгән вакансиялар йәрминкәһендә ашнаҡсылар һәм кондитерҙар иң кәрәклеһе тип табылды. Сарала йәрминкәгә килеүселәргә 500-гә яҡын эш урыны тәҡдим иткән 30-лап эш биреүсе ҡатнашҡан.

— Беҙҙең йәрминкәлә бөгөн 500-ләп кеше ҡатнашты. Эш тәҡдим итеүселәр менән әңгәмәләшеүҙән һуң уларҙың йөҙгә яҡыны эшкә саҡырыу алды. Йәнә 300-ҙән ашыу кандидатты эш биреүселәр беҙҙең мәғлүмәт базаһынан һайлап алды. Иң кәрәкле һөнәр тип бөгөн ашнаҡсылар һәм кондитерҙар табылды. Дөйөм туҡланыу өлкәһендә баш ҡала предприятиелары тарафынан эш эҙләүселәргә тәҡдим ителгән эш хаҡы кимәле ете меңдән 13 мең һумға тиклем тәшкил итте. Сауҙала – һигеҙ меңдән 12 мең һумға тиклем, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Өфө халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең эш биреүселәр менән бәйләнеш буйынса бүлектең баш инспекторы Ольга Перминова.

Киләһе вакансиялар йәрминкәһе Өфөлә кесе йома, 1 сентябрҙә үткәреләсәк, үҙҙәренең вакансияларын сәнәғәт предприятиелары тәҡдим итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть