Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала 27 водителдең наркоман булыуы асыҡланған

Йәмғиәт

Автотранспорт тармағының 27 хеҙмәткәрен водитель хоҡуғынан мәхрүм итеү өсөн Өфөнөң Орджоникидзе районы прокуратураһы судҡа ғаризалар ебәрҙе. Йыл һайын үткәрелгән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһындағы закондар үтәлешен тикшереү барышында уларҙың «опий наркоманияһы» диагнозы менән наркологта иҫәптә тороуы асыҡланған. Наркотиктар, алкоголь, токсикомания ағыуына бирешкән кешеләр транспорт менән идара итергә тейеш түгел, улар дауаланыу үтеп, иҫәптән төшкәс кенә руль артына ултыра ала. Әлегә иһә үрҙә билдәләнгән кешеләр водитель танытмалары менән хушлашасаҡ, тип хәбәр иттеләр республика прокуратураһында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть