3 декабрь, Шәмбе

25 август 2011 йыл, 17:04

27 августа Өфө халҡы өсөн бал һәм һуған йәрминкәһе эшләйәсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Шәмбе, 27 августа, Өфөләге Спорт һарайы алдындағы майҙанда махсуслашҡан бал-һуған йәрминкәһе көтөлә. Унда Башҡортостандың Иглин районы ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре ҡатнашасаҡ.

Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге мәғлүмәте буйынса, йәрминкә дауамында йәмәғәт туҡланыу пункттары үҙ хеҙмәтен тәҡдим итәсәк. Бынан тыш, концерт программаһы ла әҙерләнә.  

Йәрминкә 9-ҙан 16 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.