6 декабрь, Шишәмбе

25 август 2011 йыл, 16:53

Республикала тар белгеслек буйынса махсуслашҡан табиптар күберәк буласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Быйыл йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда 147 табип ҡайтанан әҙерлек үтергә тейеш. Әлеге ваҡытта 50 белгес ҡайтанан уҡыуҙың икенсе этабында белем ала башлаған. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, табиптарҙы ҡайтанан әҙерләү республиканың хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеү буйынса өҫтәмә саралар программаһын тормошҡа ашырыу, шулай уҡ Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау сиктәрендә алып барыла. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан Башҡортостандың халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенә туғыҙ миллион һум самаһы аҡса бүленгән.

— Әлеге ваҡытта ҡайтанан әҙерлек үтеүселәрҙең күбеһе – табип-терапевтар. Улар тәғәйен эш урындары һәм, иң мөһиме, яңы ҡорамалдарҙа эшләй алһын өсөн әҙерләнә. Улар араһында буласаҡ физиотерапевтар, эндоскопсылар, рентгенологтар, травматологтар, трансфузиологтар һәм башҡа белгестәр бар, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Дәүләт халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте идаралығының һөнәри белем биреү бүлеге начальнигы Әлфиә Гәрәйшина.